Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе02.09.2025

Башҡортостан Башлығы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Конкурс процедураларынан һуң Башҡортостанда Көйөргәҙе һәм Әбйәлил райондары хакимиәт башлыҡтары эш башланы.

Көйөргәҙе районына Лира Тереғолова башлыҡ итеп тәғәйенләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Лира Рафаил ҡыҙы – республика муниципалитетында етенсе ҡатын-ҡыҙ етәксе.


– Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең көс-дәртегеҙгә ышанабыҙ, тәжрибәгеҙ ҙур, – тине Радий Хәбиров райондың яңы башлығы менән таныштырғанда.


Республика етәксеһе Әбйәлил районының яңы етәксеһе Әминев Айрат Зиннәт улын да ҡотланы.


– Ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған осорҙа районға идара итеү эшенә тотоноуығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ эшлекле, әүҙем кеше, беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-09-02/glava-bashkirii-soobschil-o-kadrovyh-naznacheniyah-4370155



Вернуться назад