Башҡортостан наркокурьерҙар өсөн яуаплылыҡ йәшен кәметергә тәҡдим итә26.08.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан наркокурьерҙар өсөн яуаплылыҡ йәшен кәметергә тәҡдим итә

Рәсәй Федерацияһының закон сығарыусылар советы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы индергән закон проектын ҡарай. Ул наркотик таратыусылар өсөн енәйәт яуаплылығы йәшен 14 йәшкә тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тота (әле 16 йәш). Рәсәй Енәйәт кодексының 20-се статьяһына тейешле үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.


Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, яңы закон проекты үҫмерҙәрҙе наркотиктар әйләнеше менән бәйле енәйәттәргә йәлеп итеүгә ҡаршы тороуға йүнәлтелгән. Бөгөн үҫмерҙәрҙе йыш ҡына курьер итеп файҙаланалар. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы статистикаһына ярашлы, 2024 йылда наркотиктар әйләнеше өлкәһендә бәлиғ булмағандар ҡылған енәйәттәр һаны 556,5% (23-тән 151-гә тиклем) артҡан. 


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда вейптарҙы тулыһынса тыйыу мәсьәләһен ҡарарға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-26/bashkiriya-predlagaet-snizit-vozrast-otvetstvennosti-dlya-narkokurierov-4361589



Вернуться назад