Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй флагы көнө менән ҡотланы
Был көн 22 августа билдәләнә.
Башҡортостан Башлығы республика халҡын Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө менән ҡотланы. Флагтың XVII быуатта уҡ башланған бай тарихы бар, тип иҫкә төшөрҙө ул. 1991 йылда өс төҫлө флаг ҡабаттан көслө, берҙәм, бөйөк илдең рәсми символына әүерелде. Уның еңеүҙәре, бойондороҡһоҙлоғо, алға ынтылышы, беҙҙең ҡиммәттәргә һәм традицияларға тоғролоҡ символы, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Рәсәй Федерацияһы – күп милләтле, күп конфессиялы ил. Быуаттар буйына төрлө халыҡ вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Бергәләп, фронтта һәм тылда, Тыуған илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлайбыҙ. Бергәләп иҡтисадты, фәнде, мәҙәниәтте, спортты үҫтерәбеҙ. Бергәләп Рәсәйҙе данлайбыҙ», — тип яҙа республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.