Республикала енәйәт ҡылған мигранттарға илгә инеүҙе сикләргә тәҡдим иттеләр
Рәсәйҙә быға тиклем айырыуса ауыр енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән мигранттарға илгә инеүҙе сикләүҙәре ихтимал. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Был критерийға кешеләрҙе туҡмау, талау, көсләү, дәүләттең конституцион ҡоролошо нигеҙҙәрен ҡаҡшатыу һәм Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә, унан ситтә лә ҡылынған башҡа законһыҙ ғәмәлдәр ҡарай.
Дәүләт Думаһы закон проектын хуплаһа, бындай мигранттарға ваҡытлыса йәшәү, уҡыу, ВНЖ алыу һәм эшкә урынлашыу тыйыла.
«Һуңғы ике йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары Рәсәй биләмәһендә мигранттар ҡылған енәйәттәрҙең артыуын билдәләй. Закон боҙоу осраҡтарының күбәйеүе, шулай уҡ йәмғиәт милли именлекте тәьмин итеү буйынса сараларҙы көсәйтеүҙе талап итә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы статистикаһына ярашлы, 2025 йылдың 7 айында миграция өлкәһендә 1111 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Закон проекты Рәсәйҙә илебеҙҙең традицияларына, тарихына, мәҙәниәтенә һәм закондарына хөрмәт менән ҡараған кешеләргә йәшәү мөмкинлеген биреүгә йүнәлтелгән», — тип белдерҙе рәйесе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.