Башҡортостан Башлығы Max мессенджерында үҙ каналын асты20.08.2025

Башҡортостан Башлығы Max мессенджерында үҙ каналын асты

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңылығы менән уртаҡлашты.

«Max мессенджерында үҙемдең каналымды астым. Был илебеҙҙә Президентыбыҙ Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған мессенджер, — тип яҙҙы Радий Хәбиров. — Яңы каналда мөһим яңылыҡтар менән уртаҡлашырмын, идара итеү командаһы ҡабул иткән ҡарарҙар, республика тормошо хаҡында хәбәр итермен».


Ошо һылтанма max.ru/radiyhabirov буйынса ҡушылырға мөмкин.


Республика етәксеһе элекке мессенджерҙарында ла бәйләнештә ҡала.


Сервистың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, МАХ-та 18 миллион ҡулланыусы теркәлгән.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-19/glava-bashkirii-otkryl-svoy-kanal-v-max-4354551



Вернуться назад