Әбйәлилдә – яңы башлыҡ
Айрат Әминев Әбйәлил районы башлығы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр иттеләр.
Ике ай элек Әминев хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне.
«Тәжрибәле, республика ҡануниәтен белгән Айрат Әминев үҙен халыҡ менән һөҙөмтәле эшләй һәм биләмәнең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше өсөн төплө ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле юғары кимәлдәге профессионал итеп күрһәтте.
Яңы етәксе менән муниципаль район тотороҡло үҫешеүен дауам итер, граждандарҙың йәшәү шарттары яҡшырыр һәм халыҡ араһында милләт-ара татыулыҡ нығыныр тип ышанабыҙ», — тип билдәләнеләр район хакимиәтендә.