Көйөргәҙе районында яңы етәксе тәғәйенләнде14.08.2025

Көйөргәҙе районында яңы етәксе тәғәйенләнде

Лира Тереғолова – етенсе ҡатын-ҡыҙ мунипалитет башлығы.

Көйөргәҙе районы советы депутаттары бер тауыштан Лира Тереғолованы муниципалитет хакимиәте башлығы итеп һайланы. Был хаҡта район хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр ителә.


Лира Тереғолова быға тиклем хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары ине. Ул республикала муниципалитет етәксеһе итеп тәғәйенләнгән етенсе ҡатын-ҡыҙ булды.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-13/v-bashkirii-naznachili-glavu-kuyurgazinskogo-rayona-4348341



Вернуться назад