Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте11.08.2025
Фото: Радмир Иҫәнбаев/vk.com

Башҡортостанда Баймаҡ мэры отставкаға китте

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев вазифаһын ҡалдырҙы. Бөгөндән уның контракты ғәмәлдән сыҡты. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Эштән китеүенең сәбәптәре тураһында хәбәр ителмәй.  


«Байтаҡ эштәр башҡарылған һәм таҙа намыҫ менән эстафетаны артабан тапшырырға мөмкин булған ваҡытта вазифамды ҡалдырам», тип билдәләне Иҫәнбаев. Элекке мэр «Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле» үҙәк майҙанын яңыртыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү, Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркын реконструкциялау кеүек әһәмиәтле проекттарҙы әйтеп үтте.


«Миңә ышаныс белдергән халыҡҡа рәхмәтлемен. Бергәләп хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән китәм. Алда – яңы офоҡтар һәм пландар, унда ла күңелемде һалып эшләрмен, ә ҡала һәр ваҡыт минең йөрәгемдә ҡалыр», — тип билдәләне Радмир Иҫәнбаев.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-08-11/v-bashkirii-mer-baymaka-podal-v-otstavku-4345110



Вернуться назад