Республика Башлығы яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе кадрҙар мәсьәләләренән башланды. Башҡортостан Башлығы Мишкә районының яңы етәксеһе Лариса Александрова менән таныштырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала урындағы район советы депутаттары уның кандидатураһын хупланы. Ултырышта Радий Хәбиров та ҡатнашты.
«Лариса Геннадьевна беҙҙә муниципалитетҡа етәкселек иткән алтынсы ҡатын-ҡыҙ. Шуға күрә уға эшендә уңыштар һәм Мишкә районына сәскә атыуын теләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Мишкә районын Павел Трапезников етәкләне. Хәҙер ул – Бөрө районы хакимиәте башлығы.