Рәсәйҙә вайымһыҙ ата-әсәләргә штрафтар арттырылды
Рәсәй президенты Владимир Путин Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа ҡағылышлы федераль законға үҙгәрештәр индерҙе.
Ул үҙ бурыстарын тейешенсә үтәмәгән ата-әсәләргә штраф һалыуҙы күҙ уңында тота.
Штрафтар бер нисә тапҡырға арттырылды. Әгәр элек штраф 100-500 һум булһа, хәҙер иһә 500 һумдан 2 мең һумға еткерелде.
Тейешле документ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.