Лариса Александрова Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде
Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығы итеп Лариса Александрова тәғәйенләнде. Бөгөн урындағы район советы депутаттары ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте. Ултырыш эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул үҙ сығышында Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығына эшендә уңыштар теләне һәм Лариса Александрованың иҫәп буйынса алтынсы ҡатын-ҡыҙ муниципалитет етәксеһе булыуын билдәләне.
Биографик белешмә:
Александрова Лариса Геннадиевна 1972 йылдың 16 сентябрендә Мишкә районының Мишкә ауылында тыуған. 1994 йылда Бөрө педагогия институтын рус теле һәм әҙәбиәте һөнәре буйынса тамамлай.
Хеҙмәт юлын Бөрөбаш урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 2-се Мишкә урта мәктәбе директоры урынбаҫары, ЗАГС бүлеге мөдире, Мишкә районы хакимиәтенең архив бүлеге мөдире, район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары – социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары булып эшләй.