Республикала водитель балалар өсөн ата-әсәләрҙе ҡатыраҡ язаға тарттырырға теләйҙәр
Дәүләт Йыйылышы депутаттары бәлиғ булмаған балаларына рулгә ултырырға рөхсәт иткән ата-әсәләрҙең яуаплылығын көсәйтергә йыйына.
Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекста санкцияларҙы көсәйтеү тураһында тәҡдим индерелгән. Әлеге ваҡытта ата-әсәләр яуаплылыҡ тотмай тиерлек: уларға иҫкәртеү яһала йәки 100-500 һум күләмендә штраф һалына.
Хәл йылдан-йыл ҡатмарлана бара. 2022 йылда илдә үҫмерҙәр транспорт саралары менән идара иткән 29 мең осраҡ асыҡланһа, 2023 йылда – 33 мең, 2024 йылда иһә 44 меңдән ашыу. Тенденцияны үҙгәртеү өсөн штрафтарҙы 5000 – 10 000 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә.
Бигерәк тә эскән водитель үҫмерҙәр ҙур хәүеф тыуҙыра. Иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн дә закон проекты 15 000 – 20 000 мең һум штрафты күҙ уңында тота.
Башҡортостанда таныҡлығы булмаһа ла рулгә ултырырға ашыҡҡан балалар менән көрәш хаҡында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.