Константин Шаһиморатов Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде21.07.2025
Фото: Олег Яровиков

Константин Шаһиморатов Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Радий Хәбиров указы менән Константин Шаһиморатов Башҡортостан Башлығының республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында белдерҙе.


«Барыбыҙ ҙа уны беләбеҙ, эшендә уңыштар теләйбеҙ», — тине Хәбиров.


Быға тиклем Шаһиморатов республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһын биләне. 2025 йылдың июлендә үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-07-21/konstantina-shagimuratova-ofitsialno-naznachili-polpredom-glavy-bashkirii-v-gs-4320195



Вернуться назад