Благовещен ҡалаһы башлығы отставкаға сыҡты
Благовещен хакимиәте башлығы Сергей Завгородный 3 июлдә отставкаға китте, ҡала советы уның ғаризаһын хупланы. Был хаҡта район башлығы Анна Карабанова хәбәр итте.
«Сергей Владимирович менән беҙ биш йылдан ашыу эшләнек. Ошо йылдар эсендә күп хәл-ваҡиғалар булды. Ҡатмарлы төҙөкләндереү проекттары, проблемалы мәсьәләләр, сағыу еңеүҙәр. Ҡараштар тап килмәгән, нимәлер килеп сыҡмаған осраҡтар ҙа бар ине, әммә еңелеүһеҙ артабан үҫеш булмай. Ваҡытығыҙ, тырышлығығыҙ, хатта ауыр саҡта ла ситкә тайпылмағанығыҙ өсөн рәхмәт», — тигән теләктәрен еткерҙе уның коллегаһы Анна Карабанова.
Ҡала биләмәһе хакимиәтенең яңы башлығын һайлау өсөн конкурс иғлан ителгән.