Башҡортостанда опекундарға һәм попечителдәргә «балалар» түләүҙәре арттырылды04.07.2025

Башҡортостанда опекундарға һәм попечителдәргә «балалар» түләүҙәре арттырылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышының июндәге пленар ултырышында ҡабул ителгән етем балаларға түләүҙәрҙе арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 


Түләүҙәр күләме 16,6% арта, тип иҫкә төшөрҙөләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтендә. Шулай итеп, 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарауға опекундарға йәки попечителдәргә түләү айына  – 10 855 һум, 3 йәштән өлкәндәргә — 10 439 һум була.


Инвалид баланы йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән өс йәшкә тиклемге баланы аҫрауға бүленгән аҡсаның күләме айына – 13 027 һум, өс йәштән өлкәндәргә иһә 12 526 һум.


Бюджетта быйылға 87 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Арттырылған пособие 1 июндән иҫәпләнә башлай.


Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһынан 9 681 бала иҫәпләнә. Уларҙың 94% тиерлек ғаиләләргә тәрбиәгә тапшырылған.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-07-04/v-bashkirii-povysili-detskie-vyplaty-opekunam-i-popechitelyam-4301814



Вернуться назад