Башҡортостанда йәйге кафеларҙа алкоголь һатыу контролгә алынды
1 сентябрҙән Башҡортостандың йәйге кафеларында һәм дөйөм туҡланыу предприятиеларында алкоголь яңы шарттарға ярашлы һатыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала указға ҡул ҡуйған.
Рәсми документтан күренеүенсә, учреждениелар федераль закон менән билдәләнгән спиртлы эсемлектәр һатыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, шулай уҡ миҙгелле залдың талаптарға һәм нормативтарға тап килеүе тураһында махсус һығымта алырға тейеш.
«Беҙҙең климатта йәйге кафелар миҙгеле бик ҡыҫҡа, бындай урындарҙа хәмер һатыуҙы ҡануни яҡтан көйләү йәһәтенән ҡайһы бер етешһеҙлектәр күренә. Закон был эшмәкәрлекте тәртипкә һалырға, уны эшҡыуарҙар өсөн асыҡ һәм аңлайышлы итергә, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡларға тейеш. Яңы талаптар көҙ көнө генә көсөнә инә, шуға күрә бизнестың әҙерләнергә ваҡыты бар», — тип белдерҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда алкоголһеҙ энергетиктар һатыу тыйылды.