Һуңғы арала мәрхәмәтлек тураһында йыш һөйләй башланыҡ. Һүҙ менән генә сикләнмәйбеҙ, һөҙөмтәле эштәр башҡарыла. Күптән түгел генә булдырылған Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы ла ошоноң бер миҫалы. Кисә Хөкүмәттә Советтың сираттағы ултырышы булды, уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе алып барҙы.
— Был эш менән әүҙемерәк шөғөлләнә башлайыҡ. Әле Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа мәрхәмәтлек ойошмалары һәм ошо эшмәкәрлеккә ярҙам күрһәтерҙәй закон проекты әҙерләнә. Уны быйыл уҡ ҡабул итергә һәм эште бөтә яҡлап та әүҙемләштерергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент “Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмаларға ярҙам күрһәтеү тураһында”ғы Закон тураһында ла әйтте. Яңы закондың асылы тураһында республика парламентының социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Альбина Буранғолова һөйләне. Уның белдереүенсә, бындай ойошмаларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Закон июнь аҙағында парламент ултырышында ҡабул ителергә тейеш.
Республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Советтың тәүге ярты йыллыҡтағы эш йомғаҡтары һәм киләһе алты айға пландар тураһында һөйләне. Ултырыш аҙағында ҡарар ҡабул ителде.
Ә. ИЛДУСОВА.