22 июндә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “ТӨРКСОЙ” халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов менән осрашыу үткәрҙе. Унда мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, атап әйткәндә, Башҡортостанда төрки телле халыҡтар сәнғәте фестивалдәрен үткәреү, әҙәби әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү мөмкинлектәре тикшерелде.
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Донъя әҙәбиәте институты директоры Александр Куделин менән осрашты. Ул Өфөгә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 80 йыллыҡ тантанаһына килгән. Осрашыуҙа институттың шәрҡиәт өлкәһендә белгестәр әҙерләү буйынса эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.