Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың рәсми делегацияһы етәксеһе сифатында Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисади форум эшендә ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе Куба Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хуан Вальдес Фигероа менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда иҡтисад өлкәһендә мөнәсәбәттәр булдырыу мөмкинлеге тикшерелде. Илсе Рөстәм Хәмитовты 4 – 10 ноябрҙә Гаванала үткәреләсәк халыҡ-ара “FIHAV-2012” йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡырҙы.
Республика Президенты ла Куба делегацияһын Башҡортостанда көтәсәктәрен белдерҙе.
— Берлектәге проекттарҙы башлау өсөн был яҡшы аҙым буласаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Халыҡ-ара иҡтисади форум барышында Башҡортостан Президенты менән “ИНТЕР РАО ЕЭС” йәмғиәте идараһы рәйесе Борис Ковальчук төбәк иҡтисадының энергетика һәләтен арттырыуға, ҡулланыусыларҙы энергия менән ышаныслы тәьмин итеүгә һәм республиканы социаль-иҡтисади яҡтан артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән биш йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
— Әле Башҡортостанда бер нисә инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың һәр береһе 40 мегаватҡа тиклем электр энергияһы ҡулланыуҙы күҙаллай, — тине республика Президенты. — Башҡортостандағы энергетика системаһы көсөргәнешле эшләй башлаясаҡ. Шуға күрә энергетика ҡеүәтен арттырыу юлдарын ҡарау зарур.
Артабан Рөстәм Хәмитов Мәскәү банкы менән таныштырыу павильонында булды. Финанс ойошмаһы етәкселеге менән осрашыуҙа Башҡортостанда ошо банктың филиалын киңәйтеү мөмкинлеге ҡаралды.
Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев менән фекер алышыуҙа Башҡортостан башлығы игенде тәрән эшкәртеүҙе ойоштороу проектына туҡталды. Василий Голубев Ростов өлкәһендә машиналар эшләүҙе үҫтереү, атап әйткәндә, автомобилдәр һәм ауыл хужалығы техникаһы етештереү хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитов, Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы хаҡының 40 процентын субсидиялай башлау менән комбайндарға ихтыяж ҡырҡа артты, тип билдәләне.
— Йыл һайын 300 – 400 комбайн һатып аласаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Осрашыу барышында төбәк авиацияһын үҫтереү ҙә тикшерелде.
— Волга буйы федераль округындағы ҡалалар араһында даими авиация бәйләнешен ойоштороу өсөн 700 миллион һум самаһы аҡса кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты. — Ил күләмендә был әллә ни күп аҡса түгел. Уның ҡарауы, төбәктәр араһында эшлекле бәйләнештәр һиҙелерлек әүҙемләшәсәк.
Форумда республика Президенты шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҙур компаниялары, киң мәғлүмәт саралары стендтарын ҡараны, төбәк етәкселәре, атап әйткәндә, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов менән осрашты, һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Артабан Башҡортостан Президенты Францияның Safran компанияһы рәйесе һәм генераль директоры Жан-Поль Эртеман менән осрашты.
— Рәсәйҙә иң ҙур һәм алдынғы двигателдәр эшләү заводы Башҡортостанда урынлашҡан. Компанияғыҙ менән беҙҙең предприятиелар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү яғындабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов һәм Франция вәкилен республикаға саҡырҙы.
Жан-Поль Эртеман Safran компанияһының Рәсәй менән төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә инде бер нисә йыл хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне.
— Safran менән Рәсәй араһындағы, атап әйткәндә, вертолет двигателдәре эшләү өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ҙур әһәмиәткә эйә, — тине ул. — Өфө менән сәнәғәт өлкәһендә бәйләнештәр булдырырға әҙермен.
Компания башлығы республика Президентының саҡырыуын ҡабул итте һәм Өфөгә йыл аҙағына тиклем килергә теләүен белдерҙе.
Л. ДӘҮЛИЕВА.