Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды25.06.2025
Фото: Олег Яровиков

Республикала «Атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырыу, һөнәри байрам – республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү тураһында закон ҡабул итте.


Һөнәри байрам йыл һайын 27 июлдә билдәләнә башлай, сөнки 2010 йылда тап ошо көндә Рәсәй президенты «дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында» федераль законға ҡул ҡуйғайны.


Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте. Документта республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы ҡарала, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһының, хәрби журналистика ветерандарының статусы, уларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль гарантиялар билдәләнә.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-24/v-bashkirii-uchredili-pochetnoe-zvanie-zasluzhennyy-rabotnik-mfts-4288990



Вернуться назад