Башҡортостанда опекундарға түләүҙәр 16,6% арта
Башҡортостанда 2025 йылдың 1 июненән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн опекундарға һәм попечителдәргә түләүҙәр 16,6 процентҡа арттырыла. Бөгөн республика парламенты депутаттары тейешле закон ҡабул итте.
Ошо законды ғәмәлгә ашырыу өсөн 2025 йылда 87 миллион һумға яҡын аҡса талап ителә. Шул уҡ ваҡытта ғәмәлдәге пособиелар айына уртаса 1700 һумға арта, тип хәбәр итте республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова Дәүләт Йыйылышы ултырышында.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ай һайын яҡынса 9,1 мең етем бала өсөн пособие түләнә. Улар араһынан 9093 бала, йәғни 93,9 проценты ғаиләләрҙә тәрбиәләнә.
Бөгөн ҡабул ителгән республика законына ярашлы, 2025 йылдың 1 июненән 3 йәшкә тиклемге етем балаларға айына – 10 855 һум, 3 йәше тулғандарға 10 439 һум түләйҙәр. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 3 йәшкәсә балаларға – 13 027 һум, 3 йәштән өлкәндәргә иһә 12 526 һум.