Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны20.06.2025
Фото: Олег Яровиков

Радий Хәбиров республика делегацияһының Петербург иҡтисад форумында тәүге эш көнөнә йомғаҡ яһаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика делегацияһының XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы майҙансығындағы эшен ыңғай баһаланы. 


«Мин республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Беҙҙең стенд бик ҡыҙыҡлы һәм креатив. Ул һөйләшеүҙәр үткәреү өсөн дә уңайлы, янында һәр ваҡыт халыҡ күп йыйыла. Был йомшаҡ инвестиция көсө тип атала. Үҙегеҙ күрҙегеҙ, минең бер минут та ваҡытым булманы тиерлек, 30-ҙан ашыу осрашыуҙы үҙем үткәрҙем. Бөтә команда эшләй. Форумда республикаға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт, сөнки Башҡортостандың күп башланғыстарҙа флагман булыуына өлгәштек. Республика күп рейтингтарҙа алдынғы урындарҙы биләй. Беҙ МХО-ға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бурыстарҙы үтәйбеҙ, шул уҡ ваҡытта төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында ла онотмайбыҙ. Беҙгә инвесторҙар килә, яңы проекттар тәҡдим итә. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, Башҡортостан өсөн айырыуса ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-19/radiy-habirov-podvel-itogi-pervogo-dnya-raboty-delegatsii-bashkirii-na-pmef-4283053



Вернуться назад