Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы башлығы итеп тәғәйенләнде
Рөстәм Әлимғафаров Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитеттың яңы етәксеһе менән таныштырҙы.
«Уға уңыштар теләйбеҙ. Бынан алда ул Яңауыл районы хакимиәте башлығы булып эшләне», – тине Радий Хәбиров.
Рөстәм Әлимғафаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәкселегенә ышаныс күрһәткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Үҙемә йөкмәтелгән бурыстарҙы сифатлы, бар көсөмдө һалып һәм яуаплылыҡ менән башҡарырға тырышырмын. Әлбиттә, был эштә фекерҙәштәр һәм берҙәм команда кәрәк. Йәрмәкәй районының ижади һәм интеллектуаль потенциалы ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итергә, билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшергә мөмкинлек бирер тип ышанам. Йәрмәкәй районының депутаттар корпусына, республика етәкселегенә ышаныс күрһәткән өсөн рәхмәт белдерәм», – тип яҙҙы ул.