Cанкт-Петербургтағы осрашыуҙар22.06.2012
Санкт-Петербургта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Lotte Group” компанияһының Директорҙар советы рәйесе Шин Донг Бин менән осрашты.
Әңгәмәлә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре һәм Башҡортостанда Көньяҡ Корея конгломератының инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ҡаралды.

* * *
Ҡалаға сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Euromoney компанияһының башҡарма директоры Нил Осборн һәм ойошманың Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса генераль вәкиле Александр Король менән осрашты.
Euromoney нәшриәт төркөмө — Европала финанс донъяһы эшмәкәрлеген яҡтыртыусы эре компанияларҙың береһе. Бынан тыш, ойошманың финанс-иҡтисад темаһына халыҡ-ара конференциялар һәм форумдар үткәреүҙә махсуслашҡан подразделениеһы бар.

* * *
Төньяҡ баш ҡалала Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоров менән әңгәмәләште.
Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов, республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов ҡатнашты.

* * *
Кисә Санкт-Петербургтың “Ленэкспо” күргәҙмәләр конкурсында ХVI халыҡ-ара иҡтисад форумы асылды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Быйыл форум “Һөҙөмтәле лидерлыҡ” девизы аҫтында үтә. Глобаль көрсөктөң яңы тулҡынын иҫкәртеү, баҙарҙың роле, финанс секторын көйләү кеүек мәсьәләләр уның төп темаһы булды.

* * *
Санкт-Петербургтағы иҡтисад форумында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән “ИНТЕР РАО ЕЭС” йәмғиәтенең идара рәйесе Борис Ковальчук төбәк иҡтисадының энергетик һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән биш йыллыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

* * *
Республика башлығы “Эхо Москвы” радиоһына биргән интервьюһында халыҡ-ара иҡтисад форумының әһәмиәте, инвестициялар йәлеп итеү, яңы эш урындары булдырыу хаҡында һөйләне.
М. ӘМИНЕВА.


Вернуться назад