Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде04.06.2025
Фото: Валерий Шахов

Республикала күп балалыларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостан Ҡоролтайы депутаттары республикала ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, яңы закон бәлиғ булмаған һәм инвалид балалар тәрбиәләгән күп балалы ата-әсәләргә эшкә урынлашырға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. 


«Башҡортостанда эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡтар кисергән граждандарға ваҡытлыса хеҙмәт урыны биреүҙе ойоштороу буйынса эш алып барыла. Хәҙер ошондай граждандарға ваҡытлыса эш тәү сиратта бирелә», — тип белдерҙе ул.


Кескәй һәм проблемалы сабыйҙарҙың ата-әсәһенә тулы кимәлдә эшләү һәм карьера үҫеше бик ауыр бирелә, был уларҙың тормош сифатында ла сағыла. 


«Ваҡытлыса эшкә урынлашыу ғаиләләрҙең хәлен яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Финанс тотороҡлолоғо шарттарында ата-әсәләр балалары хаҡында нығыраҡ хәстәрлек күрә ала», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-04/v-bashkirii-prinyali-zakon-o-preimuschestvennom-trudoustroystve-mnogodetnyh-4263777



Вернуться назад