Путин Башҡортостан буйынса эске эштәр министрын тәғәйенләне
Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән Башҡортостан буйынса эске эштәр министры итеп полиция генерал-майоры Александр Воронежский тәғәйенләнде. 2022 йылдан ул Свердловск өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығының баш идаралығы начальнигы урынбаҫары — полиция начальнигы булып эшләгән.
Александр Валерьевич Воронежский 1975 йылдың 4 авгусында Ҡаҙаҡ ССР-ның Алматы өлкәһендә тыуған. 1995 йылда Алматы юғары хәрби сик буйы команда училищеһын тамамлаған һәм Ҡаҙағстандың сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. 2001 йылдан Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы органдарында эшләй.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының элекке етәксеһе Александр Прядко быйыл март айында отставкаға китте.
https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-06-03/putin-naznachil-ministra-mvd-po-bashkirii-4263358