Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@ mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Торлаҡ алыуға сиратҡа ҡуймаһалар...— Һаумыһығыҙ! Ирем менән бюджет өлкәһендә эшләүсе йәштәр өсөн ҡаралған программа буйынса торлаҡ алырға сиратҡа баҫырға ниәтләгәйнек. Урындағы хакимиәт беҙҙе иҫәпкә ҡуйырға теләмәй һәм ғаризабыҙҙы ҡабул итмәй. Сәбәбен минең Бүздәк районында йәшәүсе атай-әсәйем янында, ә иремдең үҙе тыуып үҫкән Белоретта теркәлеүенә бәйләп аңлаттылар. Беҙҙең бергә теркәлерлек мөмкинлегебеҙ юҡ. Тағы шуныһы аяҡ сала: атайымдың йорто иркен һәм, документ буйынса ҡараһаң, мин торлаҡҡа мохтаж түгел кеүек. Тик ул өй аҙаҡ мираҫҡа ағайыма ҡаласаҡ. Ни эшләргә икән беҙгә? Иҫәпкә торор өсөн ниндәй документтар тупларға кәрәк?
Диана.
Бүздәк районы.
— Һаумыһығыҙ, Диана. Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына ярашлы, фатир мохтаж булараҡ иҫәптә тороусы аҙ тәьмин ителгән граждандарға сират буйынса бирелә. Муниципалитеттарҙа торлаҡ майҙаны нормаһы билдәләнгән. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе кешегә мохтаж тип танылыу өсөн 12 квадрат метрҙан кәмерәк майҙан тура килергә тейеш. Граждандың һәм уның ғаилә ағзаларының социаль яллау шарттарында бирелгән йәки милек хоҡуғы буйынса алынған бер нисә фатиры булһа, уларҙы бергә ҡушып, дөйөм күләм иҫәпләнә.
Граждандарҙы иҫәпкә ҡуйыу менән урындағы үҙидара органдары шөғөлләнә. Бының өсөн һеҙҙән пропискала торған ерегеҙҙәге власть органдарына ғариза талап ителә. Йәшәмәгән урын буйынса ла торлаҡ һорап мөрәжәғәт итеп була, был осраҡтар тураһында “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закондың 15-се статьяһында яҙылған.
Ғариза менән бергә түбәндәге документтар ҙа тапшырыла:
1. Урындағы үҙидара органының ғариза биргән граждандың аҙ тәьмин ителгән икәнлеген таныу тураһында сығарған ҡарарының күсермәһе йәки уның федераль ҡануниәт буйынса Рәсәй Президенты Указына йәки Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы иҫәпкә алынырға тейешлеген раҫлаусы документ;
2. Ғариза биреүсенең йәшәгән урынында теркәлгән бүтән граждандар тураһында белешмә;
3. Ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының әле йәшәгән торлаҡҡа хоҡуҡтарын дәлилләүсе документ;
4. Ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының милек хоҡуғында торлағы бармы-юҡмы икәнлеге тураһында Техник инвентаризация бюроһынан һәм Теркәү палатаһынан белешмә;
5. Социаль яллау килешеүе буйынса сираттан тыш торлаҡ алыуға хоҡуҡты раҫлаусы документтар (сиратһыҙ фатир алыуға дәғүә итеүсе граждандар өсөн).
Документтарҙың төп нөсхәһен йәки нотариус тарафынан раҫланған күсермәһен тапшырырға кәрәк. Ғариза махсус китапта теркәлгәс, мөрәжәғәт итеүсегә документтарының ҡабул ителеүе тураһында расписка бирелә. Артабан бер ай эсендә хакимиәт һеҙҙе иҫәпкә ҡуйыу-ҡуймау тураһында ҡарар сығарырға тейеш.
Һеҙгә кәңәшем шул: юғарыла һаналған документтарҙың барыһын да туплағыҙ һәм ғариза менән хакимиәткә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр уларҙы ҡабул итеүҙән баш тартырҙар тип уйлаһағыҙ, почта аша яуап алыу шарты менән заказлы хат итеп ебәрегеҙ.