Башҡортостанда алкоголһеҙ энергетиктар һатыу тыйылды30.05.2025

Башҡортостанда алкоголһеҙ энергетиктар һатыу тыйылды

Башҡортостанда 1 сентябрҙән алкоголһеҙ энергетик эсемлектәр һатыу тыйыла. Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ошондай закон ҡабул итте. Әлеге башланғыс мәктәптәргә, юғары уҡыу йорттарына, дауаханаларға, театрҙарға һәм спорт учреждениеларына ҡағыла.


«Кешеләр дәртләнеү өсөн энергетиктар эсә, әммә уларҙы ҡулланыу эҙһеҙ үтмәй. Ваҡыт уҙыу менән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы һәм аш һеңдереү эшмәкәрлеге менән проблемалар башланыуы ихтимал. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, мәҙәниәт ойошмалары һәм спорт учреждениелары — кешеләрҙең йәшәү рәүешен билдәләй торған нормалар, ҡиммәттәр һәм ғәҙәттәр формалаштырыусы мөхит ул. Улар кешенең үҙ һаулығына аңлы мөнәсәбәте идеяһын трансляцияларға тейеш», — тине республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-30/v-bashkirii-zapretili-prodazhu-bezalkogolnyh-energetikov-4256149



Вернуться назад