Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ултырышында ҡатнашты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 23-сө ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә 40 мәсьәлә бар, уларҙың күбеһе закон проекттарын ҡарау менән бәйле булды.
Башҡортостан вице-премьеры – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында доклад менән сығыш яһаны.
Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская республиканың 2024 йылға тупланма бюджеты үтәлеше тураһында һөйләне. Мәҫәлән, һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең дөйөм күләме 299,8 миллиард һум, ә сығымдар 317,9 миллиард һум тәшкил иткән. Сығымдар структураһында социаль йүнәлеш һаҡланған. Был маҡсатҡа 231 миллиард һум бүленгән. Был милли проекттарҙы, шулай уҡ мөһим республика программаларын тормошҡа ашырыу темптарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.
Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов һүҙҙәренсә, Башҡортостандың бурыс йөкләмәләре буйынса ваҡытында түләнмәгән бурысы юҡ, ә төбәк бюджеты дефициты күләме Рәсәйҙең Бюджет кодексында билдәләнгән сикләүҙән артмай.