2025 йылда Башҡортостанда 122 һайлау кампанияһы була26.05.2025
Фото: Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы

2025 йылда Башҡортостанда 122 һайлау кампанияһы була

Быйыл Башҡортостанда 14 сентябрҙә 122 һайлау кампанияһы була. Атап әйткәндә, Белорет һәм Бөрө ҡала советтары, Өфө районының Йоматау ауыл советы депутаттарын һайлау, район советтарына 16 өҫтәмә һайлау, ҡала советтарына 5 өҫтәмә һайлау, ауыл советтары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса 98 кампания ойошторола. Урындағы һайлауҙар 17 муниципалитетта ғына үткәрелмәй. Сағыштырыу өсөн, бер йыл элек республикала 218 һайлау кампанияһы уҙҙы. Был хаҡта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында һайлау кампанияһы барышын күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ултырышында иҫкә төшөрҙөләр, унда киләһе һайлау өсөн күҙәтеүселәр әҙерләү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.


Сит ил агенттары, экстремистар һәм террорсылар реестрына индерелгән граждандар күҙәтеүсе була алмай. Былтыр күҙәтеүселәр әҙерләү өсөн палата махсус белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырҙы.


Бынан алдараҡ Башинформ йәмәғәтселәрҙең Өфөлә Ленин исемендәге паркты реконструкциялауҙы контролгә алыуы хаҡында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-26/v-2025-godu-v-bashkirii-proydut-122-izbiratelnye-kampanii-4248651



Вернуться назад