Республика предприятиелары Европа союзының яңы санкциялар пакетына индерелде21.05.2025
Фото: Олег Яровиков

Республика предприятиелары Европа союзының яңы санкциялар пакетына индерелде

Евросоюз сираттағы, иҫәп буйынса 17-се санкциялар пакетын индерҙе, унда 17 физик шәхес (компания етәкселәре, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар), компаниялар, предприятиелар, Рәсәй нефтен ташыған танкерҙар һәм башҡалар бар.


Санкция исемлектәре Европа союзының рәсми сайтында баҫылған. Уларға Башҡортостан предприятиелары ла индерелгән. Атап әйткәндә, Өфөнөң «Гидравлика» агрегат предприятиеһы һәм РВ-1 радиоэлектрон технопаркының идара итеүсе компанияһы.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республикабыҙҙың санкцияларға нисек яраҡлашыуы хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-21/v-novyy-paket-sanktsiy-es-popali-predpriyatiya-iz-bashkirii-4244185



Вернуться назад