Владимир Путин Дональд Трамп менән телефондан һөйләште20.05.2025

Владимир Путин Дональд Трамп менән телефондан һөйләште

Владимир Путин ике сәғәт дауамында Дональд Трамп менән телефондан һөйләште. РИА Новости Рәсәй президентының әңгәмә йомғаҡтары буйынса төп фекерҙәрен килтерә:



Рәсәй хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу яҡлы, әммә тыныслыҡҡа иң һөҙөмтәле юлдарҙы табырға кәрәк;
Рәсәй Украина кризисын тыныс юл менән көйләү яҡлы;
Рәсәй Украина менән утты туҡтатыуҙы ла үҙ эсенә алған меморандум өҫтөндә эшләргә әҙер;
Рәсәйгә һәм Украинаға бөтә яҡтарҙы ла ҡәнәғәтләндерерлек компромисс табырға кәрәк;
Путин Трамп менән әңгәмәне йөкмәткеле, асыҡтан-асыҡ һәм файҙалы тип атаны һәм Америка лидерына АҠШ-тың Рәсәй менән Украина араһында туранан-тура һөйләшеүҙәрҙе яңыртыуҙа ҡатнашыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

 https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-19/vladimir-putin-provel-telefonnye-peregovory-s-donaldom-trampom-4242025



Вернуться назад