Башҡортостан Башлығы МХО ветеранына автомобиль асҡысы тапшырҙы
16 майҙа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы МХО ветераны Азамат Әйүповҡа ҡул менән идара итә торған автомобиль асҡысы тапшырҙы. Сара «Ватан көсө» дүртенсе республика форумы барышында үтте.
Азамат Әйүпов республика етәксеһенә шәхси иғтибары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул спорт менән шөғөлләнергә тырышыуы, следж-хоккей буйынса йыйылма командаға алыныуы, Фермер мәктәбенә уҡырға инеүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, автомобиле менән ул иң тәүҙә Башҡортостандың гүзәл урындары буйлап сәйәхәт итергә йыйына.
Азамат Әйүпов – чечен кампанияһының хәрби хәрәкәттәр ветераны. Гвардия өлкән сержанты Азамат Әйүпов 2022 йылдан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, ҡаты яраланған. Ҡаһарманлығы, батальондың шәхси составын ҡотҡарыу буйынса эвакуацияла ярҙам күрһәткәне, дошмандың хәрби техникаһын юҡ иткәне өсөн Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов исемендәге миҙал менән бүләкләнгән.
«Әгәр кеше һуғыштан имгәнеп ҡайтҡан икән, беҙ уға реабилитация өсөн шарттар булдырырға, шул иҫәптән дәүләт иҫәбенә техник реабилитация саралары менән тәьмин итергә тейешбеҙ. Ни өсөн беҙ бөгөн бүләкләнек? Сөнки бында республиканың изге күңелле, миһырбанлы кешеләре йыйылған, шуға күрә ошондай тантаналы шарттарҙа МХО ветеранына асҡыс тапшырҙыҡ», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары һәм СВО ветерандары менән аралашты. Әңгәмә барышында медицина реабилитацияһы һәм социаль яраҡлашыу мәсьәләләре күтәрелде.