Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде15.05.2025

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде

Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, Илшат Сәйетов - Башҡортостандың баш дәүләт торлаҡ инспекторы.


Сәйетов Илшат Әнзәм улы 1980 йылдың 8 апрелендә Дүртөйлө районының Гөблөкөсөк ауылында тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған.


Хеҙмәт юлын 2000 йылда «Башкирнефтепродукт» йәмғиәтенең яғыулыҡ ҡойоу станцияһы операторы булып башлай.


2016-2019 йылдарҙа эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.


2019-2025 йылдарҙа – бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Контроль идаралығының бүлек мөдире, начальник урынбаҫары.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-15/naznachen-predsedatel-goskomiteta-bashkirii-po-zhilstroynadzoru-4236909



Вернуться назад