Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында һабантуй көндәре билдәле булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Республика етәксеһе указына ярашлы, тәүгеләрҙән булып һабан байрамы 31 майҙа Ауырғазы, Бишбүләк, Йылайыр, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы, Яңауыл һәм Шишмә райондарында ойошторола.
6 июндә Ейәнсура, Нуриман, Хәйбулла райондарында һабантуйға барырға мөмкин.
7 июндә Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Баҡалы, Баймаҡ, Бөрө, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Өфө, Саҡмағош райондарында һабантуй үткәрелә.
12 июндә Әлшәй, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Иглин, Илеш, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Тәтешле, Учалы, Федоровка һәм Шаран райондарында һабан байрамы ойошторола.
14 июндә – Туймазы, Салауат, Бүздәк һәм Мишкә райондарында, 20 июндә Көйөргәҙе районында һабантуй була.
21 июндә Ғафури һәм Ишембай райондары игенселәре һабан байрамын билдәләй.
Белорет районында һабантуйҙы 19 июлдә үткәреү планлаштырыла.