Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы етәксе тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе05.05.2025

Радий Хәбиров Башҡортостанда яңы етәксе тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе

Салауат ҡалаһында яңы хакимиәт башлығы итеп Марат Заһиҙуллин тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.


— Беҙ Марат Ғәйнулла улын беләбеҙ, ул Стәрлетамаҡ колледжы етәксеһе булды, эшлекле кеше, — тип билдәләне Радий Хәбиров. —  Салауат – республиканың ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы һәм иҡтисадыбыҙ флагмандарының береһе. Һеҙгә көс-дәрт теләйем, ышаныс белдергән йәмәғәтселеккә һәм Салауат ҡалаһы советына бик рәхмәтлемен.


Марат Ғәйнулла улы 1972 йылдың 13 авгусында тыуған. Әлегә тиклем Стәрлетамаҡ политехник колледжы директоры булып эшләй. Педагогик һәм иҡтисади юғары белемгә эйә. Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн наградалар менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-05/radiy-habirov-soobschil-o-novom-kadrovom-naznachenii-v-bashkirii-4223345



Вернуться назад