Салауат ҡалаһында яңы мэр тәғәйенләнде
Салауат ҡалаһында хакимиәт башлығы итеп Марат Заһиҙуллин тәғәйенләнде. Бөгөн, 30 апрелдә, ҡала советы депутаттары ун беренсе ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Ултырышта ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов Марат Заһиҙуллинды хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнеүе менән ҡотланы. Ул яңы етәксегә эшендә уңыштар теләне.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Марат Ғәйнулла улы 1972 йылдың 13 авгусында тыуған. Әлегә тиклем Стәрлетамаҡ политехник колледжы директоры булып эшләй. Педагогик һәм иҡтисади юғары белемгә эйә. Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн наградалар менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, март аҙағында ҡаланың элекке мэры Альберт Моталовтың вазифаһын ҡалдырыуы билдәле булды. Ул хакимиәткә 2024 йылдың ноябренән, йәғни дүрт айҙан ашыу етәкселек итте.