Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ҡабул ителде
Башҡортостанда Милли мираҫтың дәүләт реестры тураһында закон ғәмәлгә инде. Ҡарар республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарының бөгөнгө пленар ултырышында һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде.
Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Милли мираҫ дәүләт реестры — башҡа субъекттарҙың төбәк ҡануниәтендә аналогы булмаған үҙенсәлекле документ. Ул Башҡортостан Конституцияһының ата-бабалар хәтерен һаҡлау, быуындарҙың күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген яҡлау тураһында положениеларын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
— Төйәгебеҙҙең үҙенсәлеген, милли колоритын билдәләгән тәбиғәт ҡомартҡылары, рухи, мәҙәни, тарихи мираҫ объекттары Милли мираҫтың дәүләт реестрына индерелә. Улар араһында матди булмаған этномәҙәни байлыҡ объекттары ла бар: башҡорт теле, башҡорт халыҡ музыкаль, музыкаль-поэтик ижады, йола байрамдары, шул иҫәптән башҡорт туйы һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы. Шулай уҡ башҡорт балы, ҡурай һәм ҡымыҙ. Законда йәмғеһе 36 милли мираҫ объекты бар, — тине Константин Толкачев.
Законда реестрҙы тулыландырыу механизмы ҡаралған, тип өҫтәне ул. Уға яңы объекттарҙы индереү тураһында тәҡдимдәрҙе республика хөкүмәте раҫлаған махсус ведомство-ара комиссия ҡарай.