Владимир Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында законға үҙгәрештәр индерҙе
Рәсәй президенты Владимир Путин «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» федераль законға үҙгәрештәргә ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһының ағымдағы саҡырылыш ваҡытында үтәлмәгән ҡарары тағы бер йыл ғәмәлдә була. Призывник киләһе саҡырылыш ваҡытында ҡабаттан комиссия үтмәйенсә армияға оҙатыла.
Бынан алдараҡ Башинформ Рәсәйҙә колледждан юғары уҡыу йорттарына БДИ-һыҙ инеүҙең яңы тәртибен раҫлауҙары хаҡында хәбәр иткәйне.