Радий Хәбиров Өфөнөң элекке мэры Павел Качкаевҡа юғары дәүләт наградаһын тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң экс-мэры, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы дүшәмбе, 21 апрелдә, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҙҙы.
Павел Качкаев республика етәксеһенә Башҡортостан алдындағы хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт әйтте. 2003 йылда уҡ Радий Хәбиров менән бергә урындағы үҙидара тураһында 131 закон индерҙек, тип билдәләне ул.
«Минеңсә, бөгөн Башҡортостанда республика Башлығы, муниципалитет етәкселәре һәм башҡарма власть органдары араһында вәкәләттәр дөрөҫ бүленгән. Ошо йылдар эсендә район башлығы менән хакимиәт араһында бер низағ та булманы. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Мин 13 йыл икенсе урында эшләһәм дә, Башҡортостанға, баш ҡалабыҙ Өфөгә хеҙмәт итеүемде дауам итәм һәм тотош Башҡортостанға файҙа килтереү өсөн барыһын да эшләрмен», — тип рәхмәт белдерҙе Павел Качкаев.