Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе21.04.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙа кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе. Белорет районында — Азат Хәкимов, ә Сибайҙа Сергей Озерцов хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнде. Улар бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй президенты хакимиәте ойошторған форумда ҡатнаша.


«Беҙҙә ике муниципалитет башлығы үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы – Илдар Нафиҡов (Әбйәлил районы) һәм Антон Талалов (Бөрө районы). Һәр кемдең үҙ сәбәптәре бар. Мин Антон Владимировичҡа яҡшы эше өсөн рәхмәт әйттем. Һуңғы йылдарҙа Бөрө ҡалаһы ныҡ үҙгәрҙе, бизнес йәнләнде, бында уның хеҙмәте ҙур. Әлегә етәксе вазифаһын Әбйәлил районында – беренсе урынбаҫар, Бөрө районында иһә хакимиәт башлығының махсус мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Андрей Плотников башҡара, һуңынан конкурс процедуралары башлана», — тине Башҡортостан Башлығы.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-21/glava-bashkirii-ob-yavil-o-kadrovyh-naznacheniyah-v-munitsipalitetah-4206355



Вернуться назад