Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты18.04.2025
Фото: glavarb.ru

Башҡортостан Башлығы милли диаспора вәкилдәре менән осрашты

17 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәгән милли диаспора вәкилдәре менән осрашты. Улар сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыу мәсьәләләрен тикшерҙе.


Рәсәй Президенты Владимир Путин йыл аҙағына тиклем миграция сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләргә ҡушты, тип билдәләне республика етәксеһе. Уның төп йүнәлештәре йәмғиәттең һәм халыҡтың именлеге, Рәсәйҙең мәҙәни үҙенсәлеген, милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты һаҡлау булырға тейеш.


– Беҙ республикала диаспоралар һәм мигранттар менән ошо өлкә өсөн яуаплы ведомстволар линияһы буйынса системалы эш алып барабыҙ. Ләкин һорауҙар кәмемәй. Киреһенсә, уларҙың һаны сит ил граждандары һаны артҡан һайын арта бара. Республика етәксеһе булараҡ диаспора лидерҙарына һәм вәкилдәренә үҙ позициямды белдереү өсөн бөгөн һеҙҙе осрашыуға саҡырҙым, – тине Радий Хәбиров. –  Беренсенән, Башҡортостан – күп милләтле төбәк. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса беҙҙә 150-нән ашыу халыҡ вәкиле йәшәй. Рустар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар, удмурттар, мордвалар һәм башҡалар быуаттар буйына бында татыу ғүмер кисерә. Беҙ был дуҫлыҡты, боронғо тарихыбыҙҙы, үҙенсәлекле күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе ҡәҙерләйбеҙ. Икенсенән, беҙ – Рәсәйҙең ҡеүәтле иҡтисады, үҫешкән социаль өлкәһе, төҙөк ҡалалары һәм ауылдары булған бай һәм уңышлы төбәге. Күп күрһәткестәр буйынса беҙ – илдә лидерҙар, бының менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Өсөнсөнән, беҙҙә башҡа халыҡтарҙы, уларҙың мәҙәниәтен һәм традицияларын хөрмәт иткән эшһөйәр һәм ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Йәнә ҡабатлайым: беҙ үҙебеҙҙең күп милләтле йортобоҙға мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе хөрмәт иткән һәр кемде индерергә әҙер.


Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, 2024 йылда, Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә 84 963 сит ил гражданы иҫәптә торған, уларҙың күпселеге – Урта Азия илдәренән. Шул уҡ ваҡытта мигранттар яғынан енәйәтселек мәсьәләһе киҫкен булып ҡала.


– Мин миграция сәйәсәтенә ҡарашымды бер нисә тапҡыр асыҡтан-асыҡ белдерҙем. Республика иҡтисады әүҙем үҫешә, шуға беҙгә башҡа илдәрҙән хеҙмәт ресурстары кәрәк. Беҙ быны таныйбыҙ. Был ғәҙәти практика, дөйөм алғанда, яҡшы күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта закондарыбыҙҙы үтәргә, йолаларыбыҙҙы хөрмәт итергә тейешле мигранттарҙы мәҙәни йәһәттән яраҡлаштырыу буйынса системалы эш алып барырға йыйынабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Күреүегеҙсә, күп кенә төбәктәр иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында сит ил граждандарының хеҙмәтен ҡулланыуҙы сикләне. Әлегә республикала бының өсөн нигеҙ юҡ. Әммә талаптарҙың үтәлмәгәнен аңлаһаҡ, беҙ ошондай сикләүҙәр индерәбеҙ.


Осрашыуҙа диаспора вәкилдәре республика яғынан барлыҡ мәсьәләләр буйынса ярҙамды юғары баһаланы һәм Башҡортостанға килгән мигранттар менән уларҙың социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуы, Рәсәй йәмғиәтендә ҡабул ителгән нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү йәһәтенән һөҙөмтәле эш ойошторорға әҙер булыуҙарын белдерҙе.


Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәтенә республика хөкүмәте менән берлектә Мигранттарҙы яраҡлаштырыу үҙәген булдырыу тәҡдимен өйрәнергә ҡушты.


Диаспоралар яғынан күп һорауҙар сит ил граждандарын иҫәпкә ҡуйыу, күп функциялы миграция үҙәге, ғөмүмән, миграция хеҙмәттәре эше менән бәйле ине.


Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡуйылған бурыстарҙы сағылдырған протокол төҙөлә, тине Радий Хәбиров. Был республикала миграция сәйәсәтен системалы нигеҙҙә алып барыу өсөн кәрәк.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-17/glava-bashkirii-vstretilsya-s-predstavitelyami-natsionalnyh-diaspor-4203095



Вернуться назад