Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде17.04.2025
Фото: Сергей Озерцовтың социаль селтәрҙәре

Сибай ҡалаһы мэры тәғәйенләнде

16 апрелдә Сергей Озерцов Сибай ҡала советы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Ҡала башлығы вазифаһын ул 2024 йылдың көҙөнән башҡара.


Социаль селтәрҙәгә сәхифәһендә чиновник былай тип яҙған:


«Бөгөн минең өсөн үҙенсәлекле көн. Тормошомда мөһим документтарҙың береһенә ҡул ҡуйҙым. Ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Ҡалабыҙ халҡы мәнфәғәте өсөн тағы ла тырышып эшләрмен!»


Бынан алда Әбйәлил районы хакимиәте башлығының отставкаға китеүе тураһында хәбәр иткәйнек.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-16/v-bashkirii-naznachili-mera-sibaya-4201347



Вернуться назад