Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты15.04.2025
Фото: Антон Талалов, Вк

Бөрө районы башлығы отставкаға сыҡты

Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов вазифаһын ҡалдырҙы. Урындағы депутаттар бөгөн, 15 апрелдә, уның отставкаһын ҡабул итте. «Башинформ» журналисына Бөрө районы советынан хәбәр итеүҙәренсә, чиновник үҙ теләге менән вазифаһынан китә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Антон Талалов 2020 йылдың мартында хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнгәйне. Быға тиклем ул Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең республика идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй ине.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-15/v-bashkirii-glava-birskogo-rayona-ushel-v-otstavku-4199319



Вернуться назад