Радий Хәбиров республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһын әҙерләргә ҡушты
Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы яҡынлашыуы һәм Башҡортостанда «Үлемһеҙ полк» акцияһын үткәреү хаҡында иҫкә төшөрҙө. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул йөкләмәләр бирҙе.
— Беҙ бик күп сараларға әҙерләнәбеҙ, өс аҙна ваҡыт ҡалды. Һәр муниципалитетта тантаналы саралар ойошторола, унда ветерандарҙы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләйбеҙ, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Күләмле саралар үткәрергә кәрәк, ни тиһәң дә, юбилей йылы.
Әлеге ваҡытта «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерләнә башларға мөмкин, тине Радий Хәбиров.
— Һәр муниципалитеттан маршрутты, тәртипте билдәләүҙәрен, Эске эштәр министрлығы, прокуратура етәкселәре менән ентекле һөйләшеүҙәр алып барыуҙарын һорайым, — тине республика Башлығы. — «Үлемһеҙ полк» Өфөлә үткәрелә, әҙерләнә башлағыҙ. Өфөлә 200 мең кеше үтте. Күптәр «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға теләй. Әҙерлек эштәренә тотоноғоҙ.