Зарина Ғәзизова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде09.04.2025
Фото: Зарина Ғәзизованың шәхси архивынан

Зарина Ғәзизова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова республика парламенты рәйесенең граждандар йәмғиәте институттары менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.


Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы тәғәйенләү парламенттың йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеүен көсәйтеү зарурлығы менән бәйле. Зарина Ғәзизованың йәштәрҙе төбәктең социаль-сәйәси тормошона йәлеп итеү һәм ирекмәнлекте үҫтереү тәжрибәһе бар. Яңы вазифала Ғәзизова коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, йәмәғәт ойошмалары һәм эксперт берләшмәһе менән хеҙмәттәшлекте координациялай.


Бынан алдараҡ Өфөлә Йәштәр йәмәғәт палатаһының яңы рәйесе һайланды.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-04-08/zarina-gazizova-naznachena-sovetnikom-predsedatelya-gossobraniya-bashkirii-4189586



Вернуться назад