1 сентябрҙән республикала энергетиктар һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин
Башҡортостанда 1 сентябрҙән энергетиктар һатыуҙы сикләүҙәре ихтимал. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон проектын апрель аҙағында пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарарға йыйына. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Документҡа ярашлы, «белем биреү эшмәкәрлеген, медицина эшмәкәрлеген, мәҙәниәт, физик культура һәм спорт өлкәһендәге эшмәкәрлекте ғәмәлгә ашырыу өсөн файҙаланылған биналарҙа» алкоголһеҙ эсемлектәр (шул иҫәптән энергетиктар) һатыу тыйыла.
Әгәр закон пректы ҡабул ителһә, ул 2025 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инә.
— Һүҙ айырым урындарҙа алкоголһеҙ энергетиктар менән сауҙа итеүҙе тыйыу хаҡында бара, — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Бындай эсемлектәрҙе мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында, дауаханаларҙа һәм театрҙарҙа, физкультура һәм спорт учреждениеларында һатырға ярамай. Әле ошо өлкәлә төбәк дәүләт контроле тураһында положение әҙерләнә. Республика хөкүмәте тейешле вәкәләттәргә эйә була.
Хәбәр иткәнебеҙсә, балаларға энергетик һатҡан өсөн ярты миллион һум штраф һалына.