Башҡортостанға закондарҙы үтәгән мигранттар кәрәк
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикаға закондарҙы үтәгән хеҙмәт мигранттары кәрәклеге тураһында белдерҙе.
«Беҙгә эшсе көстәр, мигранттар кәрәк. Әммә тик намыҫлы эшләгән, беҙҙең ҡануниәтте үтәгән, традицияларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ихтирам иткәндәр генә. Беҙ балансты тотабыҙ, әммә ул тотороҡһоҙ, шуға ошо турала борсолам», — тине республика етәксеһе.
Хәбиров билдәләүенсә, апрель уртаһына тиклем ул диаспора вәкилдәре менән осрашыу үткәрергә ниәтләй.