Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының кисә уҙған Президиумы парламенттың 53-сө ултырышын 28 июндә уҙғарырға ҡарар итте. Уның көн тәртибенә 50-нән ашыу мәсьәлә сығарыласаҡ.
Пленар ултырыштың тәүге өлөшөндә Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылда республика маҡсатлы программаларының тормошҡа ашырылыуы тураһында отчет тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ уҙған йылда республика ауыл хужалығы үҫеше программаһының тормошҡа ашыуы һәм ауыл хужалығы тауарҙары, аҙыҡ-түлек һәм сеймал баҙарын көйләү мәсьәләләренә арналған Хөкүмәт докладын да тыңлаясаҡтар.
Закондарға килгәндә, депутаттар уларҙың утыҙға яҡынын тулыһынса ҡараясаҡ, ҡалғандары икенсе һәм беренсе уҡыуҙа индерелә. Шулай уҡ “2011 йылда Башҡортостан Республикаһының бюджеты үтәлеше тураһында”, “2011 йылда Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды бюджеты үтәлеше тураһында” һәм “Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фондының 2012 йылға бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” һәм башҡа закондар тулыһынса ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, “Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһындағы” һәм “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында”ғы Закондың 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закондар ҙа ғәмәлгә инер тип көтөлә.
Яңы закондар араһында республиканың Ғаилә кодексына ҡағылышлы, уйын бизнесына һалымдар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, урындағы үҙидара, республиканың универсаль электрон картаһы, урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағылары һәм башҡалар бар.
Ә. ӘЙҮПОВА.