Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыу тураһында
Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен арттырыу маҡсатында ҡарар итәм:
1. 2012 йылдың 1 июленән Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри квалификация төркөмдәре буйынса минималь окладтарын билдәләү өсөн база берәмеге күләмен һәм оклад (вазифа окладтары) күләмен 1,14 тапҡырға арттырырға.
2. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәткә түләүҙе арттырыу буйынса саралар күрергә.
3. Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдарына ошондай уҡ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм Башҡортостан Республикаһы муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итеү тәҡдимен индерергә.
4. Ошо Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдар тейешле бюджеттар һәм Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды аҡсаһы иҫәбенә финанслана, тип билдәләргә.
5. Указ, 2012 йылдың 1 сентябренән көсөнә ингән дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының хеҙмәтенә түләүгә ҡағылған положениеларынан тыш, 2012 йылдың 1 июленән көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы
Президенты Р. ХӘМИТОВ.
Өфө, Республика йорто.
2012 йыл, 18 июнь.
УП-274.